Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
4 Ғинуар 2023, 14:50

Ҡолаҡ ишетмәһә

Ҡолаҡ ишетмәүе ҡарттарға ғына түгел, хәҙер барыһына ла хас. Бындай ауырыуҙарҙы дауалау өсөн төрлө препараттар бар. Ә халыҡ медицинаһы нимә һөйләй? Кешеләр һынап ҡарап, бик эффектив тип тапҡан ысулды тәҡдим итәбеҙ. Ул 97% осраҡта ишетеү һәләтен ҡайтарған...

Ҡолаҡ ишетмәһә
Ҡолаҡ ишетмәһә

Ҡолаҡ ишетмәүе ҡарттарға ғына түгел, хәҙер барыһына ла хас. Бындай ауырыуҙарҙы дауалау өсөн төрлө препараттар бар. Ә халыҡ медицинаһы нимә һөйләй? Кешеләр һынап ҡарап, бик эффектив тип тапҡан ысулды тәҡдим итәбеҙ. Ул 97% осраҡта ишетеү һәләтен ҡайтарған.

Шулай итеп, өс тырнаҡ һарымһаҡтың һутын (өйҙә, үҙегеҙ үҫтерелгәне булһын), һығып алығыҙ. Ошо сыҡҡан һутҡа зәйтүн майын (оливковое масло) ҡойоғоҙ. Һарымһаҡтың һуты бер сәй ҡалағы сыға икән, уға өс ҡалағы зәйтүн майы өҫтәргә кәрәк. Яҡшылап болғатығыҙ һәм пипеткаға алығыҙ. Ошо дарыуҙы көнөнә бер мәртәбә ҡолаҡҡа 3-4 тамсы тамыҙығыҙ. Һәм ҡолаҡҡа мамыҡ тығып, май төпкәрәк үтеп ингәнсе ятып тороғоҙ. Ошо ысул хатта 80-90 йәштәге ололарға ла ишетеү һәләтен ҡайтарырға ярҙам итә, тиҙәр.

Халыҡ медицинаһын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшегеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: