Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
4 Ғинуар 2023, 11:00

Дарыу урынына - сәй!

Тәнегеҙгә сыбартмалар сыға башланымы? Тимәк, һеҙгә йәшел сәйҙәргә күсергә ваҡыт. Йөрәгегеҙ уйнап, күңел тынғылығы тапмайһығыҙмы? Тимәк...

Дарыу урынына - сәй!
Дарыу урынына - сәй!

Беләһегеҙме, сәйҙе элек дауа урынына эскәндәр. Хәҙер ҙә уның менән ҡайһы бер ауырыуҙарҙан дауаланырға, хәлде яҡшыртырға була. Тик һүҙ теләһә нәмә ҡушып эшләнгән сәй пакетиктары тураһында түгел, ә ысын сәй тураһында.

Магазинда сәй һатып алғанда мотлаҡ япраҡлы, бешереп эсә торған сәйҙәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Сөнки пакетлы сәйҙәр ҡап-ҡара булып сыҡһын өсөн уға төрлө буяғыстар өҫтәгән намыҫһыҙ етештереүселәр ҙә бар.

Шулай итеп, тамаҡ ауырта башлағанда ҡара сәйгә корица өҫтәп эсәбеҙ.

Һыуыҡ тейгәндә сәйгә лимон һәм бал ҡушабыҙ.

Тымауланығыҙ – имбирь өҫтәйбеҙ.

Тәнегеҙгә сыбартмалар сыға башланымы? Тимәк, һеҙгә йәшел сәйҙәргә күсергә ваҡыт.

Йөрәгегеҙ уйнап, күңел тынғылығы тапмайһығыҙмы? Сәйегеҙгә базилик япрағы өҫтәгеҙ. Киптерелгән базилик яҡшы һаҡлана. Шуға күрә үҫтергән базилигығыҙҙы күберәк киптереп ҡалығыҙ.

Башығыҙ ауыртамы? Бындай осраҡта һеҙгә мәтрүшкәле сәй ярҙам итәсәк.

Һау—сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: