Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
28 Декабрь 2022, 17:15

Ике кеше вафат булған...

Башҡортостанда уҙған тәүлектә ике пациент коронавирус инфекцияһынан вафат булған...

Ике кеше вафат булған...
Ике кеше вафат булған...

Башҡортостанда уҙған тәүлектә ике пациент коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Был хаҡта 28 декабрҙә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 327 яңы осрағы теркәлгән. 214 кеше стационарҙа дауалана, 142-һе — ололар. 12 пациенттың хәле ауыр, дүртәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ә 1861 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, шул иҫәптән 594-е — 60 йәште уҙған. Тәүлек эсендә 376 пациент һауығып сыҡҡан.

Башҡортостанда 3 338 013 кеше тулыһынса ковидтан вакцинация үткән. Тәүлек эсендә 4 048 кеше прививка яһатҡан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: