Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
26 Декабрь 2022, 18:20

Үлем осраҡтары булмаһа ла...

Әлеге ваҡытта 200 пациент (шул иҫәптән 144  оло йәштәге) стационарҙа дауалана. Алты кеше ауыр хәлдә ята, бер пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған...

Үлем осраҡтары булмаһа ла...
Үлем осраҡтары булмаһа ла...

Башҡортостанда уҙған тәүлектә коронавирус инфекцияһынан үлем осраҡтары теркәлмәгән. Ләкин бер тәүлектә 313 кеше COVID-19 йоҡторған. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта 200 пациент (шул иҫәптән 144  оло йәштәге) стационарҙа дауалана. Алты кеше ауыр хәлдә ята, бер пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 1 992 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 598-е 60 йәште уҙған. Тәүлек эсендә 326 пациент һауығып сыҡҡан.

Башҡортостанда 3 334 207 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған, был прививка яһатырға тейешле халыҡтың 134,2% тәшкил итә. 60 йәштән өлкәндәр араһында 1 014 139 кеше прививка эшләткән. Тәүлек эсендә 5 197 кеше вакцина алған. 977 987 кеше ҡабаттан прививка яһатҡан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: