Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
7 Декабрь 2022, 17:25

Сикләүҙәр булмаясаҡ

Республикала Яңы йыл саралары һәм иртәлектәр ОРВИ, грипп буйынса эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыласаҡ...

Сикләүҙәр булмаясаҡ
Сикләүҙәр булмаясаҡ

Республикала Яңы йыл саралары һәм иртәлектәр ОРВИ, грипп буйынса эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыласаҡ. Закондарҙа һәм санитар ҡағиҙәләрҙә киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләү осраҡтары артҡан осорҙа күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреү тыйылмай, тине Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак.

Ведомство байрамдарҙы мөмкин тиклем асыҡ һауала ойошторорға, бина эсендә иҫкәртеү саралары (елләтергә, дезинфекцияларға) тураһында онотмаҫҡа кәңәш бирә.

«Ата-әсәләр иртәлектәрҙә ҡатнашырға мөмкин. Ләкин сирләп торһағыҙ, бармағыҙ», - тине Анна Казак.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: