Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
2 Декабрь 2022, 11:55

Бүләктәр тапшырыласаҡ

27 декабрҙә республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ойошторолған Яңы йыл тамашаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын ҡотлаясаҡтар...

Бүләктәр тапшырыласаҡ
Бүләктәр тапшырыласаҡ

27 декабрҙә республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ойошторолған Яңы йыл тамашаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын ҡотлайҙар. Бөтәһе 7700 уҡыусыға бүләктәр тапшырыласаҡ. Уларҙы төбәк бюджеты иҫәбенә һатып алалар, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина. Никахтары теркәлмәгән ғаиләләрҙе шәфҡәт күрһәтеүселәр иҫәбенә ҡотлайҙар.

«Хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр менән никахһыҙ, әммә уртаҡ балаһы булған йәки атайлыҡ асыҡланмаған ғаиләләр буйынса адреслы эш алып барабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бәләкәй һеңле-ҡустылары булған осраҡта ла. Документтар буйынса улар беҙҙең социаль ярҙамды алмай. Шул рәүешле беҙ яңы йыл байрамдарында уларға ярҙам итербеҙ», - тип билдәләне Таболина.

22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика шыршыһы була, унда махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған яугирҙәрҙең балалары саҡырыла.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: