Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
30 Ноябрь 2022, 17:05

Тағы ла ике кеше

Башҡортостанда тағы ике пациент коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә лә республикабыҙҙа ике кеше яҡты донъя менән хушлашҡайны...

Тағы ла ике кеше
Тағы ла ике кеше

Башҡортостанда тағы ике пациент коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә лә республикабыҙҙа ике кеше яҡты донъя менән хушлашҡайны. 

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 30 ноябргә мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә республикала 170 кеше коронавирус йоҡторған, 89-ы һауыҡҡан.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 3 277 324-е тулыһынса вакцинация үткән.

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда һуңғы айҙа коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең бер аҙ артыуы күҙәтелә

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: