Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
28 Ноябрь 2022, 18:10

Республикала тажлы үләт тарала

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 184 яңы осрағы теркәлгән...

Республикала тажлы үләт тарала
Республикала тажлы үләт тарала

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 184 яңы осрағы теркәлгән. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте.

Әлеге ваҡытта 191 пациент, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 124 кеше стационарҙа дауалана. Амбулатор шарттарҙа 2019 кеше дауалана, уларҙың 606-һы — ололар.

Уҙған тәүлектә 223 пациент һауығып сыҡҡан.

Тәүлек эсендә 3 247 кеше тулыһынса вакцинация үткән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: