Һаҡмар
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
5 Октябрь 2022, 13:25

Тәмле генә!

Быйыл кишер уңған. Ә һеҙ емерелеп тә, ҡосаҡлашып та үҫкән был татлы тамырҙан салат эшләнегеҙме? Бик шәп рецепт. Ҡышҡылыҡҡа. 

Тәмле генә!
Тәмле генә!

2 кг эре ҡырғыстан үткәрелгән кишер, 100 гр ваҡ ҡырғыстан ҡырылған һарымһаҡ, 300 гр нәҙек итеп теленгән болғар боросо, 150 гр шәкәр, 100 мл 9 процентлы уксус, 400 гр томат пастаһы, 250 гр көнбағыш майы, 0,5 сәй ҡалағы ҡара борос, 2 аш ҡалағы тоҙ. Барыһын да бергә бутап, ҡайнап сыҡҡандан һуң, болғата-болғата 40 минут тирәһе быҡтырабыҙ. Стерилләнгән банкаларға һалып, салат һыуынғансы, йылы әйбер менән ябып ҡуябыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: