Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
3 Октябрь 2022, 14:51

Насар ишеткәндәр араһында үтә был ярыш

20-22 октябрҙә Өфөлә насар ишеткән 18-35 йәшлектәр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса II Милли чемпионат уҙғарыла. 

Насар ишеткәндәр араһында үтә был ярыш
Насар ишеткәндәр араһында үтә был ярыш

Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Президент гранттары фонды ярҙамында Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте ойоштора. Йәмәғәтселек иғтибарын һаңғырау һәм насар ишетеүсе кешеләр проблемаларына йәлеп итеү, шулай уҡ Рәсәйҙә асыҡ хеҙмәт баҙарында конкурентлыҡҡа һәләтле булырға мөмкинлек биргән һөнәри белем биреү институтын үҫтереү чемпионаттың төп маҡсаты булып тора. «Һаңғырау һәм насар ишеткәндәр араһында ныҡышмалы һәм эшһөйәр, төрлө эшмәкәрлек төрҙәрендә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшкән кешеләр бар. Чемпионат үткәреп, беҙ уларға һәләттәрен асырға һәм күрһәтергә, потенциаль эш биреүселәрҙең иғтибарын йәлеп итергә һәм һөҙөмтәлә профессиональ яҡтан үҫешергә, лайыҡлы эш урындары биләргә ярҙам итәбеҙ», - ти Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Станислав Иванов. Беренсе Милли чемпионат 2021 йылдың декабрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Демократия фондының «Йәмәғәт процестарында ҡатнашыу, Рәсәй Федерацияһында ишетеү һәләте боҙолған йәштәр өсөн бойондороҡһоҙлоҡ һәм эшкә урынлашыу» социаль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында уҙҙы. 

Унда Рәсәйҙең 49 төбәгенән һаңғыраҡлыҡ буйынса 222 инвалид ҡатнашты. Ярыштар программа тәьминәтен әҙерләү, веб-дизайн һәм персонаждар дизайны, фотография, тырнаҡ сервисы, визаж, ювилер эше кеүек 26 профессиональ компетенция буйынса дүрт ҡала майҙансығында үтте. Жюри составына төрлө өлкәләрҙәге 130 эксперт инде. Быйыл чемпионат киңәйә. Ул 34 компетенция буйынса үткәреләсәк.

Былтыр тәҡдим ителмәгән яңы йүнәлештәр араһында медицина һәм лаборатор анализ, туризм, клининг, адаптив физкультура һәм башҡалар бар. Ярыштар туғыҙ ҙур майҙансыҡта уҙа - ВДНХ ЭКСПО Өфө; «Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы» дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһы; «Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы» дәүләт автономиялы профессиональ белем биреү учреждениеһы; «Өфө күп профилле һөнәр биреү колледжы» дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһы һ.б. Чемпионатта ҡатнашыу шарттары менән сараның рәсми сайтында танышырға, компетенцияларҙың һәм майҙансыҡтарҙың тулы исемлеген ҡарарға мөмкин.

 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: