Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
22 Сентябрь , 18:00

Нисек ауырымаҫҡа?

Тағы ла ауырый башланыҡ. Коронавирус менән нисек ауырымаҫҡа? Иң мөһиме – ҡурҡмаҫҡа һәм был хаҡта уйламаҫҡа. Һеҙҙең иғтибарығыҙға “ошо ысулдарҙы ҡулланып, янымда ковидлы кешеләр булып та, коронавирус менән бер ҙә ауырыманым”, тигән кешенең кәңәштәрен еткерәм...

Нисек ауырымаҫҡа?
Нисек ауырымаҫҡа?

Коронавирус менән нисек ауырымаҫҡа? Иң мөһиме – ҡурҡмаҫҡа һәм был хаҡта уйламаҫҡа. Һеҙҙең иғтибарығыҙға “ошо ысулдарҙы ҡулланып, янымда ковидлы кешеләр булып та, коронавирус менән бер ҙә ауырыманым”, тигән кешенең кәңәштәрен еткерәм.

Кеше күп булған ерҙән сыҡҡас антивирус тын алышын һулайбыҙ. Нисекме? Икегә тиклем һанап тын алабыҙ, ә дүрткә тиклем һанап тынды кире сығарабыҙ. Йәғни тынды алыу, тынды сығарыуға тиклем ҡыҫҡарараҡ булырға тейеш. Был ваҡытта мотлаҡ тышта булырға һәм шәп-шәп аҙым менән биш минут дауамында атларға кәрәк. Һәм ошо биш минут эсендә антивирус тын алышын алабыҙ. Бындай тын алыу һеҙгә ике тәүлеккә коронавирус менән ауырымаҫҡа гарантия бирәсәк. Шуға күрә көнөнә бер мәртәбә булһа ла, саф һауаға сығып шулай итеп тын алығыҙ. Ҡулығыҙҙы һабынлап йыуған кеүек, антивирус тын алышын да ғәҙәткә индерегеҙ.

Әгәр һеҙҙең тышҡа сығырға хәлегеҙ йә теләгегеҙ булмаһа, стакандың өстән бер өлөшөнә йылы һыу ҡойоғоҙ һәм уға ярты сәй ҡалағы аш содаһы һалып болғатығыҙ. Ошо шыйыҡсаны ауыҙҙа биш минут тотор кәрәк. Бер минут та, 3-4 минут та түгел, ә теүәл биш минут! Был ваҡытта телевизор ҡарайһығыҙмы, эш эшләйһегеҙме, әммә содалы һыуҙы ауыҙҙан биш минут үтмәйенсә төкөрөргә ярамай. Бындай шыйыҡса әле килеп ингән вирусты шунда уҡ үлтерә. Сөнки аш содаһы бар вирустарҙың организмға йәбешкән сылбырын өҙә.

Әгәр һеҙ ауырый башлағанһығыҙ, температурағыҙ бар икән, содалы һыуҙы ауыҙҙа көнөнә бер нисә мәртәбә тотоғоҙ. Һәм тышҡа сыға алмаһағыҙ, тәҙрәгеҙҙе асып, шунан антивирус тын алышын эшләгеҙ. Тик был мәлдә ҡулдарығыҙҙы атлаған кеүек болғатығыҙ. Сөнки вирусты ҡыуып сығарыу өсөн мотлаҡ хәрәкәт кәрәк.

Әгәр йүткерек яфалаһа, уны “Һуууғ” тип тын алып, йүткеректе сығарып бөтөр кәрәк. Бының өсөн ҡулдарығыҙҙы күкрәк тирәһенә ҡыҫығыҙ һәм “һууғ” тип ҡапыл алға сығарығыҙ. Шулай итеп хәлегеҙ еткәнсе эшләгеҙ. “Һууғ” тигәндә тынды сығарып, ҡулдарҙы кире күкрәккә ҡыҫырға кәрәк. Каратистарҙа шундай күнекмәләр бар. Иғтибар иткәнһегеҙҙер.

Әгәр тымау йонсотһа, шулай уҡ тышта шәп атлап биш минут тын алабыҙ. Бындай саҡта 6-шар мәртәбә ҡыҫҡа тын алабыҙ һәм ҡыҫҡа сығарабыҙ. Көндәр 10 градустан һалҡынайтһа, ошо ҡыҫҡа тын алыуға өҫтөнлөк бирергә кәрәк.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в