Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
18 Сентябрь 2022, 12:50

Һаҡланайыҡ!

Әлеге ваҡытта 257 кеше стационарҙа ята, уларҙың күбеһе — өлкән йәштәгеләр. Һигеҙ пациенттың хәле ауыр. Ә 3,6 мең самаһы кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, меңгә яҡыны — ололар...

Һаҡланайыҡ!
Һаҡланайыҡ!

Башҡортостанда коронавирусты йоҡторғандар көндән-көн арта. Һуңғы тәүлектә генә 638 яңы осраҡ асыҡланған. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 306,7 меңдән ашыу сирле теркәлгән, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Әлеге ваҡытта 257 кеше стационарҙа ята, уларҙың күбеһе — өлкән йәштәгеләр. Һигеҙ пациенттың хәле ауыр. Ә 3,6 мең самаһы кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, меңгә яҡыны — ололар.

«Һуңғы тәүлектә республикала коронавирустан өс үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып бөтәһе 5,8 меңдән ашыу кеше вафат булған. Уларҙың 4,9 меңдән ашыуы 60 йәште уҙған»,  — тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

3,022 миллиондан ашыу кеше коронавирус инфекцияһынан вакцинацияны тулыһынса тамамланған. Был иһә вакцина яһатырға тейешле халыҡтың 121,6 проценты. Һуңғы тәүлектә генә республикала 12,4 меңдән күберәк кеше вакцина алған, ә 854,3 мең кеше ҡабаттан прививка эшләткән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: