Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Пандемия
6 Сентябрь 2022, 06:30

Тажлы үләт кире ҡайтамы?

Баш табиптың урынбаҫары Илдар Бәхтийәров аҙна һайын госпиталдә 5-6 кеше коронавирустан дауаланыуын әйтеп үтте. Ковид балаларҙы ла аямай. Әле Баймаҡтың бер мәктәп уҡыусыһында коронавирус табылған...

Тажлы үләт кире ҡайтамы?Тажлы үләт кире ҡайтамы?
Тажлы үләт кире ҡайтамы?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 5 сентябргә мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә 464 кеше коронавирус йоҡторған. Ошо уҡ осорҙа 444 кеше һауыҡҡан, үлем осраҡтары теркәлмәгән.

Башҡортостанда коронавирустан прививка эшләтеү дауам итә. Бөгөнгә 3 215 701 кеше – вакцинаның беренсе (бер тәүлектә +11 383 ), 2 947 496 кеше (+8939) икенсе компонентын яһатҡан.

Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үткәргән оператив кәңәшмәлә лә ковидҡа әҙерлек тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Баш табиптың урынбаҫары Илдар Бәхтийәров аҙна һайын госпиталдә 5-6 кеше коронавирустан дауаланыуын әйтеп үтте. Ковид балаларҙы ла аямай. Әле Баймаҡтың бер мәктәп уҡыусыһында коронавирус табылған. Һаҡланығыҙ, сәләмәт булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас