Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
14 Апрель 2022, 08:00

Хәүефле ауырыуға ҡаршы

Инфекция күберәк биш йәшкә тиклемге балаларҙы зарарлай...

Хәүефле ауырыуға ҡаршы
Хәүефле ауырыуға ҡаршы

1 апрелдә Рәсәйҙә полиомиелитҡа ҡаршы вакцинация башланды. Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, ваҡытында йәки бөтөнләй прививка яһалмаған 5 йәшкәсә балаларға, ЛНР-ҙан, ДНР-ҙан һәм Украинанан килгән 14 йәшкә тиклемге балаларға эшләнә.

«Ауырыу хәүефе юғары булған илдәрҙән полиомиелит вирусы инеү хәүефе янауы сәбәпле ошондай ҡарар ҡабул ителде», – тип хәбәр иттеләр ведомство вәкилдәре.

Полиомиелит  –  инвалидлыҡҡа килтергән ауырыу. Инфекция күберәк биш йәшкә тиклемге балаларҙы зарарлай. Статистикаға ярашлы, 200 осраҡтың береһендә фалиж һуғыуы күҙәтелә, уны дауалап булмай. Ошондай сирлеләрҙең 5-10% яҡты донъя менән хушлаша. Вирус кешенән кешегә йәки бысранған һыу, аҙыҡ-түлек аша йоға һәм эсәктә үрсей. Тәүге билдәләре – биҙгәк тотоу, арыу, баш ауыртыу, ҡоҫоу, аяҡ-ҡулдарҙың һыҙлауы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: