Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
1 Апрель 2022, 13:46

Көнүҙәк һорауҙарға бот яуап бирәсәк! Был мөмкинме?

Республикала «Аңлатабыҙ.Башҡортостан ярҙамсыһы» бот-чаты эшләй башланы. Унда өбәктәге ярҙам саралары, вакансиялар тураһында, аҙыҡ-түлеккә һ.б. хаҡтарға бәйле мәғлүмәт менән танышып барырға мөмкин. Виртуаль ярҙамсыға һылтанма - https://t.me/WeexplainRB_Bot.  

Яңы бот-чатта башта тематик рубриканы һайлап, унан билдәле бер һорауға яуап эҙләй торған функция бар. Хәҙер ниндәйҙер билдәле бер һорауға яуапты табыу өсөн "Аңлатабыҙ.Башҡортостан" каналын баштан аҙаҡҡа тиклем ҡарап сығыу кәрәкмәй. Әгәр ҙә бот-чатта һорауығыҙға яуап тапмаһағыҙ, «Икенсе һорау» тигән өҫтәмә төймәне һайлап, социаль селтәрҙәге "Аңлатабыҙ.Башҡортостан" төркөмөнә үтеп, һорауҙы шунда бирергә мөмкин. 

«Беҙ көн һайын халыҡтың төрлө мәсьәләләр: тауарҙарға, дарыуҙарға хаҡтар, ғәмәлдәге республика һәм федераль социаль программалар, эшҡыуарҙарға ярҙам саралары тураһында мөрәжәғәттәрен эшкәртәбеҙ. Килгән барлыҡ һорауҙарҙы тикшерәбеҙ, темалар буйынса төркөмләштерәбеҙ һәм министрлыҡ, ведомство, муниципалитеттарҙағы коллегаларыбыҙ менән берлектә уларға яуаптар әҙерләйбеҙ. Иң популяр һорауҙарға яуаптар бот-чатҡа эләгә. Һәр кем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дөрөҫ, тикшерелгән мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим», - тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Черенков.

Өҫтәп үтәйек, алданыраҡ Рәсәй Хөкүмәте тарафынан эшләй башлаған «Обсняем.рф» мәғлүмәт ресурсының да «Обсняем.рф» (https://t.me/WeexplainRF_bot) чат-боты бар. Сервис Telegram, Viber мессенджерында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә эшләй. Проектты «Милли өҫтөнлөктәр» һәм «Диалог» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалары тормошҡа ашырҙы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: