Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
11 Март 2022, 16:35

Һыпыртырға ине ауылыма

Саф һауаһын һулап туям тимә! Наҙлы елдәр иҫә битемә... Күңелемә яҡын бөтә кеше, Таныш кеүек һәр эте лә!

Һыпыртырға ине ауылыма
Һыпыртырға ине ауылыма

Һыпыртырға ине ауылыма…

Һелкеп ташлап донъя мәшәҡәтен,
Күтәреп тә һуғып эштәрҙе,
Һыпыртырға ине ауылыма –
Эй һағындым айлы кистәрҙе!

Мин һағындым ҡарағайҙар аша
Ауылымда ҡояш ҡалҡҡанын,
Кис етеүгә ашыҡмайса ғына
Урам буйлап малдар ҡайтҡанын.

Саф һауаһын һулап туям тимә!
Наҙлап елдәр иҫә битемә…
Күңелемә яҡын бөтә кеше,
Таныш кеүек һәр бер эте лә!

...Күңелемдән тағы бер мәртәбә
Ауылыма ҡайтып ураным:
Үткән төндә төштә сәс тараным –
Оҙон юлға тиеп юраным…

Фирүзә Абдуллина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: