Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
25 Февраль 2022, 19:25

Улай ярамай бит!

Мин ауырыным бит, башҡалар ҙа ауырыһын!

Улай ярамай бит!
Улай ярамай бит!

Ауырыу бөтмәне бит әле

Ковид тураһында күп яҙҙылар, иҫкәрттеләр, әммә һуңғы осор барыһы ла тынып барған кеүек. Әммә был ауырыу бөттө тигәнде аңлатмай бит! Минең таныштар араһында күпләп ауырып ятыусылар бик күп. Әммә кешеләр һис ни булмағандай магазиндарҙа, баҙарҙа йөрөйҙәр. Үҙҙәре бер туҡтауһыҙ сөскөрә, йүткерә. Минең бер таныш: “Мин ауырыным бит, башҡалар ҙа ауырыһын, миңә кемдер йоҡторҙо бит, мин дә йоҡторам!”-тип әйтте.

Мин унан “ни өсөн ауырыу килеш кеше араһына сығаһың” тип кенә һорағайным. Улай ярамай бит, кешеләр! Әгәр беҙ ундай мөнәсәбәттә булһак бер-беребеҙгә, ауырыу бер ҡасан да бөтмәйәсәк. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе ихтирам итәйек!

Сәбилә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: