Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
21 Февраль 2022, 13:10

Депутаттар уҡытыусыларҙы артыҡ ҡағыҙ тултырыу мәшәҡәтенән бушатырмы?

Парламент рәйесенең фекеренсә, бөгөн уҡытыусының күп ваҡыты төрлө отчеттар һәм ҡағыҙҙарҙы тултырыуға китә, ә ул был ваҡытты балаларҙы үҫтереүгә арнай алыр ине.

Депутаттар уҡытыусыларҙы артыҡ ҡағыҙ тултырыу мәшәҡәтенән бушатырмы?
Депутаттар уҡытыусыларҙы артыҡ ҡағыҙ тултырыу мәшәҡәтенән бушатырмы?

Апрелдә Дәүләт Йыйылышында уҡытыусыларға һалынған артыҡ ҡағыҙ тултырыу мәшәҡәтен кәметеүгә арналған парламент тыңлауҙары була. Уны бойомға ашырыу өсөн эш төркөмө төҙөлгән. Төркөмдө вице-спикер Тамара Танһыҡҡужина етәкләй.

“Парламент тыңлауҙары апрелгә тәғәйенләнгән, - тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Уға әҙерлек сиктәрендә беҙгә был ситуацияны төрлө яҡтан өйрәнергә кәрәк. Бының өсөн социологик һорау алыуҙар, эксперттар менән “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү, норматив-хоҡуҡи базаны анализлау һәм башҡа эштәрҙе башҡарыу планлаштырылған. Уларҙың барыһы ла беҙгә тулы һәм объектив күренеш бирәсәк”.

Парламент рәйесенең фекеренсә, бөгөн уҡытыусының күп ваҡыты төрлө отчеттар һәм ҡағыҙҙарҙы тултырыуға китә, ә ул был ваҡытты балаларҙы үҫтереүгә арнай алыр ине.

“Мәктәп эшмәкәрлеген “өҫтән” контролдә тотоу бөтмәҫ-төкәнмәҫ отчеттар формаһында үҙ-үҙеңде контролдә тотоуға ҡайтып ҡала. Уҡытыусылар чиновниктар һәм методистарҙың да эшен үҙ өҫтөнә алырға мәжбүр. Мәҫәлән, уларға “өҫтән” һорау алыу эшен (опрос) “төшөрәләр”, был ата-әсәләр араһында аңлашылмаусанлыҡ һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта йыйылған мәғлүмәт дөйөмләштереләме, артабан файҙаланыламы, ғөмүмән, был мәғлүмәт эшкәртеләме? Бына быныһы аңлашылмай. Педагогтар үҙҙәренең эше менән мәшғүл булырға тейеш, уларҙы артыҡ ҡағыҙ волокитаһынан бушатыу мөһим. Отчет документтарының реестрын яңынан ҡарарға, кәрәкмәгән һәм иҫкергән формалағыларынан ҡотолорға кәрәк” – ти К.Толкачев.

Фото: https://yandex.ru/

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: