Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
2 Февраль 2022, 21:08

Студенттар вакцина эшләтте

Бөгөн Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжында белем алған 10 студент "Спутник М" вакцинаһын һалдырҙы.

Студенттар вакцина эшләтте
Студенттар вакцина эшләтте

"Алдан уҡ 17 студент теләк белдергән ине. 10 доза вакцина ғына бүлеп бирелгәнлектән
әле 10-на ғына һалдырырға ҡарар иттек. Ни өсөн тап бөгөнгө көндө, йәғни аҙна уртаһын һайлауыбыҙҙың да үҙ сәбәптәре бар. Ял көнөнә тиклем ике көн бар. Был ваҡыт эсендә егеттәребеҙҙе фельдшерыбыҙ Наталья Филиппова күҙәтеп тора ала", ― тип колледж директоры Илдус Зәйнуллин аныҡлып биреп үтте.
Әйткәндәй, яңы кронавирус инфекцияһынан прививка эшләткән студенттар был айҙа стипендияны күберәк аласаҡ. Был турала БР Мәғариф министрлығынан килгән хатта яҙылған. Әммә быныһы мөһим түгел. Хәҙер инде балаларҙы ла ҡурсымаған был ауырыуға ҡаршы коллектив иммунитын булдырыу. Шуныһы һөйөнөслө, Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжы студенттарының 172-һе прививка эшләтеү өсөн ризалығын биргән. Ә бына ҡайһыларҙың үҙҙәре риза булһалар ҙа ата-әсәләре әле уйланалар. Хәйер, уларҙы ла аңларға була.
Баймаҡ ҡала дауаханаһы баш табибының балалыҡ һәм бала табыу буйынса урынбаҫары Эльвира Ғатина вакцина эшләтер алдынан студенттарҙың һаулығын тикшереп ҡараны. Унан киләһе компонентты теүәл 21 көндән һуң яһатырға кәрәк буласағын аңлатты. "Әгәр ял йә байоамға тап килһә, һуңыраҡ эшләтергә ярай. Ә бына иртәрәк ярамай", ― тине.
Прививка эшләтергә килгәндәр араһында беренсе курс студенты Данил Иҙрисов та бар ине. "Атайым да, әсәйем дә ризалыҡ белдереп ғариза яҙҙы. Ваҡытында эшләт, һуңынан барыбер кәрәк була, тинеләр. Прививканан ҡурҡмайым, ә бына ауырыуҙы йоҡторғом килмәй", ― тине Данил. Әле ул ашнаҡсы һөнәре буйынса белем ала.
Балаларыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: