Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
31 Ғинуар 2022, 16:15

#Һаҡмар_күңел

Ғүмер бит ул, шундай оҙонБашы бар, тик, сиге юҡ.Үлгәнсе лә бөтмәй торғанЭше бар, тик, көсө юҡ... Сиратлашып килә әлеАғы һәм ҡаралары...Йәшәү менән үлемдең дәТар була аралары... Тормош булгас сабыр итепЙәшәй белергә кәрәк.Бер-береңә юл ҡуйыусыТик ниңәлер бик һирәк. Сабырлыҡтың төбө алтынШуны белмәй күмәгебеҙ.Иҫән булайыҡ, түҙемле булайыҡТыныс булһын күгебеҙ. Үткән юлыңа боролопБер ҡасан да ҡарама.Алға атла, тормошоңдоСүп-сарҙарҙан арала... Эшләп ашайыҡ, тәмен табыпТыуар көнгә ҡыуанып.Мал артынан ҡыумай ғынаБулғанына йыуанып. Эльза Шагова.

#Һаҡмар_күңел
#Һаҡмар_күңел

Ғүмер бит ул, шундай оҙон
Башы бар, тик, сиге юҡ.
Үлгәнсе лә бөтмәй торған
Эше бар, тик, көсө юҡ...

Сиратлашып килә әле
Ағы һәм ҡаралары...
Йәшәү менән үлемдең дә
Тар була аралары...

Тормош булгас сабыр итеп
Йәшәй белергә кәрәк.
Бер-береңә юл ҡуйыусы
Тик ниңәлер бик һирәк.

Сабырлыҡтың төбө алтын
Шуны белмәй күмәгебеҙ.
Иҫән булайыҡ, түҙемле булайыҡ
Тыныс булһын күгебеҙ.

Үткән юлыңа боролоп
Бер ҡасан да ҡарама.
Алға атла ,тормошоңдо
Сүп-сарҙарҙан арала...

Эшләп ашайыҡ, тәмен табып
Тыуар көнгә ҡыуанып.
Мал артынан ҡыумай ғына
Булғанына йыуанып.

Эльза Шагова.

Автор:Зульфия Саитова
Читайте нас: