Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
26 Ғинуар 2022, 19:30

Бик тәмле ҡабымлыҡтар

#Һаҡмар_рецептар Бик тәмле ҡабымлыҡ. Үҙен әҙерләүе лә бик еңел бит әле. Һүрәткә ҡарап ауыҙҙан һыуҙар аҡтымы? Мммм...

Ингредиенттар: 

100 гр колбаса йә ветчина 
100 гр сыр
50 гр он 
2 аш ҡалағы ҡаймаҡ 
1 йомортҡа 
семтем тоҙ 

Колбаса менән сырҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ. 

Айырым һауытта йомортҡа, ҡаймаҡ, он, тоҙ һәм соданы ҡушып болғатабыҙ. 

Хәҙер инде барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ. Беҙҙең ҡамырыбыҙ шыйығыраҡ килеп сығырға тейеш. 

Ҡыҙған майлы табала ике яҡлап бешереп алабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: