Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
19 Ғинуар 2022, 17:35

Хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцион эшләүгә күсерергә тәҡдим ителде

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцион эшкә күсерергә кәңәш итте

Коронавирусҡа ҡаршы координацион совет ултырышында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин хеҙмәткәрҙәрҙе мөмкин булғанса дистанцион эшкә күсерергә, ә офистарҙа эшләүселәрҙе тулыһынса вакцинацияларға кәңәш итте.

«Табиптарға ярҙам итеү һәм медицина учреждениеларына йөкләмәне кәметеү өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә кәрәк. Был тәү сиратта өлкән йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәре булғандарға ҡағыла», — тине ул.

Вице-премьер Татьяна Голикова белдереүенсә, илдең 67 төбәгендә коронавирус инфекцияһының артыуы күҙәтелә. 42 төбәктә омикрон штамын йоҡтороу осрағы теркәлгән. Был штамм Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Мәскәү өлкәһендә күберәк таралған. Әле Рәсәйҙә омикрон штамын йоҡтороуҙың 1682 осрағы асыҡланған, был һандың күберәк булыуы ла ихтимал. Шуға күрә быға тиклем булған сикләүҙәр үҙ көсөндә ҡала, яңылары индерелеүе лә мөмкин.

Фото: https://yandex.ru

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: