Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
19 Декабря 2021, 06:36

КОРОНАВИРУС МЕНӘН АУЫРЫНЫҢМЫ?

Медицина хеҙмәткәрҙәре коронавирус менән ауырығандан һуң була торған билдәләрҙе әйтеп үттеләр. Иғтибарлап уҡы, бәлки һин дә еңел формала коронавирус менән ауырығанһыңдыр. Бар хәлһеҙлекте миҙгелгә бәйле ОРВИ тип уйлағанһыңдыр. Шуларҙың береһе, һәр ваҡытта оҙатып барған хәлһеҙлек. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Белгестәр билдәләгән 5 билдәне уҡып ҡара, бәлки улар һиндә лә барҙыр:

1) Ашаған ризыҡтың тәме лә, еҫе лә кинәт үҙгәрҙе.
2) Хәлһеҙлек оҙаҡ дауам итә: ОРВИ ваҡытында тымау, температура кеүек һыҙаттар аҙна-ун көндә юғала. Ковид ваҡытында хәлһеҙлек оҙаҡҡа һуҙыла. Артыҡ симптомдар ҙа юҡ кеүек, тик кеше үҙен һауыҡҡан кеүек тоймай.
3) Эс ауыртыуы йә диарея – ярамаған әйбер ашап ағыуланғанғкеүек тойғолар уята. Шулай уҡ элек яратып ашап та, ҡапыл ғына ул ризыҡтан күңел болғанһа ла коронавирусты үткәреүеңә ишара.
4) Күҙгә бәйле симптомдар. Ул ҡайһы саҡта конъюнктивитҡа оҡшап ҡала, – әсетә, яна, һыҙлай, ҡыҙара, күҙгә нимәлер эләккән, ингән төҫлө тойола.
5) Хәлһеҙлек. Күптәр ҡыш етеү менән хәлһеҙлек тоя башлай. Һәр саҡ йоҡлағыһы килә. Ҡышҡа һылтанма, был хәл дә һиҙҙермәй генә коронавирусты үткәреүеңдең билдәһе булыуы ихтимал.

Медицина хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ өҫтәп, был билдәләргә тулыһынса ышанмаҫҡа кәңәш итте. Иң яҡшыһы, диагностика үтеү, анализдар биреү.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Көсөгөҙ, дәртегеҙ ташып торһон!

Автор:Эльмира Киеккужина