Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
16 Декабря 2021, 13:10

Икеләтә түләнә

РФ финанс министры Антон Силуанов белдереүенсә, ил бюджетының ошондай түләүҙәр өсөн мөмкинлеге бар.

Ил Президенты Владимир Путин яңы йыл байрамдарында ковид-госпиталдәрҙә эшләүсе табиптарға эш хаҡын икеләтә түләргә ҡушты.

«2021 йылда беҙ яңы йыл байрамдарында ковид йоҡторғандар менән эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре һәм социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус өҫтәмәләр түләүҙе тәьмин иттек. Хөкүмәттән 2022 йылда ла яңы байрамдарында шулай эшләүҙәрен һорайым», - тине дәүләт башлығы хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә.

РФ финанс министры Антон Силуанов белдереүенсә, ил бюджетының ошондай түләүҙәр өсөн мөмкинлеге бар. Был маҡсатҡа 8 миллиард һум аҡса талап ителә.

Фото: https://yandex.ru


Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас