+16 °С
Дождь
Федоровка районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 101 йәшлек Анисия Матвеевна Камышлова коронавирусты еңеүгә өлгәшкән. Ул Күмертау ҡалаһындағы 2-се ковид-госпиталдә дауаланған. Уны унда ҡыҙы менән бергә һалғандар. Икеһендә лә коронавирус инфекцияһы раҫланған.
"Фашизмды ҡыйратҡан өләсәй коронавирус инфекцияһын да еңде”, – ти врачтар.
Фото: Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы дауаханаһы сайтынан.