

Тажлы үләттең бар кешелектең тормошон үҙгәртеп, үҙ “ҡағиҙәләрен” индереүгә ике йыл да тулып бара. Ошо ваҡыт эсендә беҙ бихисап яҡындарыбыҙҙы һәм дуҫтарыбыҙҙы юғалттыҡ, ә күпме кеше үлеп терелде. Шул уҡ ваҡытта тормош дауам итеүен дә оноторға ярамай. Үлем менән йәшәү һәр саҡ бергә йөрөй. Шуға күрә пандемия шарттарында ла бала табыу йорттары эшһеҙ ҡалмай – илебеҙҙең яңы граждандары донъяға ауаз һала. Буласаҡ әсәләр ҙә, бәпестәр ҙә һау-сәләмәт булһын, уларҙы тажлы үләт урап үтһен өсөн ниҙәр эшләнә? Йөклө ҡатындарға ла хәҙер вакцина яһауҙары ниҙәргә килтерә? Ошо һәм башҡалар хаҡында беҙ баш табиптың акушер-гинекология ярҙамы һәм балалыҡ буйынса урынбаҫары Э.Ф. Ғатина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Эльвира Фәрит ҡыҙы, коронавирус ауырыуы шымып ҡалғандай булһа ла, тынысланырға иртә әле, шулаймы?
- Тап шулай. Һуңғы осор ковид менән зарарланған кешеләрҙең кәмеп, ҡалабыҙҙағы госпиталдәр ябылыуы медицина хеҙмәткәрҙәренә әҙерәк еңел һулап ҡалырға мөмкинселек бирҙе. Тик был дауыл алдындағы тынлыҡ, тип әйтер инем. Сөнки коронавирустың сираттағы тулҡыны килә.
- Өҫтәүенә коронавирустың сираттағы мәртәбә мутацияға бирелеүе лә билдәле булды.
- Эйе, Африка илдәрендә ковидтың яңы төрөн асыҡланылар. Ул омикрон тип атала. Был төр – ошоға тиклем булған бар штамдарҙың бергә ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән. Тимәк, тағы ла аяуһыҙ, тағы ла көслөрәк. Омикрон тиҙ арала таралыуы менән айырыла. Ул өлкәндәрҙе лә, кескәйҙәрҙе лә аямай. Уның төп һыҙаттарының береһе – омикрон тулыһынса организмдың хәлен ала. Йәғни быға тиклем беҙ коронавирусты төрлө кеше төрлөсә кисереүен күҙәттек: кемдер тора алмай, үлемесле хәлдә ятты, бәғзеләр аяғөҫтө үткәрҙе, икенселәр коронавирус менән ауырығанын осраҡлы рәүештә, анализдарҙан ғына белде. Омикрон иһә, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр ауырыуҙың тулыһынса хәлен алып, йығып һала.
- Һеҙ үҙегеҙ табип ҡына түгел, ә йәш әсә лә булараҡ, ковидтан һаҡланыу юлын ниҙә күрәһегеҙ?
- Әлбиттә, вакцина яһатыуҙа. Әлегә ковидтан ҡотолоуҙың башҡа юлы юҡ. Буласаҡ һәм йәш әсәләргә был бигерәк тә мөһим. Ауырлы ҡатындарға вакцина яһай башлар алдынан әллә күпме тикшереүҙәр үткәрелде бит. Шуға күрә ҡурҡмай яһатырға була. Әйткәндәй, беҙҙең буласаҡ әсәләр вакцина эшләтә башланы. Барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя. Ил буйынса иһә тәүге вакцинаны яһатҡан ҡатындар бәпестәр тапты. Әсәләр ҙә, сабыйҙар ҙа үҙҙәрен бик яҡшы тоя. Коронавирустың һуңғы – көслө тулҡыны ла был әсәләрҙе урап үтте. Был бит вакцина яһатыуҙың кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр дәлилләй.
- Бар ауырлы ҡатындарға ла ковидтан вакцина яһатырға кәрәкме?
- Әлбиттә. Тәү сиратта, төрлө ауырыуҙары булған йөклө ҡатындарға. Сөнки ауырлы саҡта иммунитет ныҡ көсһөҙләнә. Буласаҡ сабый әсәһен “һура” бит. Йәғни әсәгә бәпесенең генә түгел, ә үҙенең дә һаулығын хәстәрләр кәрәк. Әлбиттә, бындай саҡта организмға бер вирус инергә тейеш түгел. Сөнки вирустың әсәнең һәм баланың һаулығына ниндәй зыян килтерәсәген күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
- Ауырлы ҡатындарға вакцинаны ҡасан эшләтергә кәрәк һуң?
- Бала табырға уйлаған һәр пар иң тәүҙә вакцина яһатыу хаҡында ныҡлап уйланырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, был беҙҙең замандың талабы. Һау сабый табырға теләйһегеҙ, тимәк, ковидтан вакцинағыҙ булырға тейеш.
- Вакцина эшләтеп өлгөрмәгән, әммә ауырлы булған ҡатындарға нимә эшләргә?
- Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны ауырлы булғанда эшләтеү ҙә бик мөһим. Уны йөклөлөктөң һәр срогында яһатырға мөмкин. Шулай ҙа вакцинаның беренсе компонентын мөмкин тиклем алдараҡ эшләтергә кәрәк. Сөнки коронавирусты йоҡторған, ауыры һуңғы срокта булған буласаҡ әсәләр, ковидты бик ауыр кисерә, сабый өсөн дә был бик хәүефле. Шуға күрә мин һәр ауырлы ҡатынға ике компонентлы “Спутник V” вакцинаһын һалдырырға кәңәш итер инем. Был Рәсәй вакцинаһының 96-98 процентҡа тиклем эффектив булыуы билдәле.
- Ауырлы саҡта коронавирус менән ауырыған ҡатындарҙа ниндәй үҙгәрештәр күҙәтелә?
- Вирусты йоҡторған йөклө ҡатындар сабыйҙарын ваҡытынан алда таба. Сабыйҙа ковид табылмаһа ла, тыуғас та уның тын алыу менән проблемалары башлана. Бала хәлһеҙ була. Үкенескә ҡаршы, коронавирус йоҡтороп, йөклөлөгөнөң һуңғы айҙарында сабыйын юғалтҡандар ҙа бар. Был вакцина яһатмаған ҡатындарҙа күҙәтелә. Коронавирус менән ауырыған ҡатындарҙың киләсәктә организмы ниндәй үҙгәрештәр кисерәсәген, сабыйҙарына был ауырыу тағы ниндәй насар йоғонто яһаясағын да тулыһынса белеп булмай.
- Буласаҡ әсәләргә тағы ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?
- Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Һеҙ хәҙер үҙ һаулығығыҙ өсөн генә түгел, ә буласаҡ сабыйығыҙҙың сәләмәтлеге өсөн дә яуап бирәһегеҙ. Кеше күп йыйылған ерҙә йөрөмәгеҙ. Саф һауаға сығырға онотмағыҙ. Дөрөҫ туҡланығыҙ. Ауырлы булыу – ауырыу тигәнде аңлатмай, хәрәкәтләнегеҙ, йөрөгөҙ, ул саҡта бәпесте лә табыу еңел буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙҙе әрһеҙләп ташламағыҙ. Был бигерәк тә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ҡағыла. Йылдан-йыл ҡатындарҙың сабыйҙарын үҙҙәре таба алмай, кесарев киҫешенә килә башлауы ла борсоуға һала. Был күп осраҡта буласаҡ әсәләрҙең ауырлы саҡта үҙҙәрен дөрөҫ тотмауҙан килә (артыҡ ауырлылыҡ йыйыу, хәрәкәт итмәү, хроник ауырыуҙарҙы ваҡытында дауаламау, тәбиғи процестан ҡурҡыу һ.б.). Декрет ялында булған ҡатындар һәм йәш әсәләр ваҡытын күберәк тыныс һәм шау-шыуһыҙ үткәрһен ине. Ҡатын кеше өсөн ғүмеренең иң бәхетле мәле булған был ваҡытты ҡәҙерләргә өйрәнегеҙ!
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Эльвира Фәрит ҡыҙы. Бар ҡатын-ҡыҙҙар кәңәштәрегеҙгә ҡолаҡ һалыр, тип ышанабыҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.