Рәсәйҙә үҫмерҙәр өсөн коронавирусҡа ҡаршы вакцина теркәлде.
Гамалея исемендәге үҙәк 12-17 йәштәге балалар өсөн “Спутник М” вакцинаһына теркәү алды.
Балалар өсөн "Спутник V" вакцинаһының биш тапҡырға кәметелгән концентрацияһы ҡулланыласаҡ. Октябрь урталарында Гамалея исемендәге үҙәк директоры Александр Гинцбург, балалар өсөн вакцинаның исеме “Спутник М” исемен алыуы мөмкин, тип белдергәйне. “М” – “балалар өсөн” (“для маленьких”) тигәнде аңлата. Был препаратҡа Мәскәүҙә июнь башынан алып һынау үткәрелгән.
Вице-премьер Татьяна Голикова: “15 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе вакцинациялау өсөн уның ата-әсәһенең йәки законлы вәкиленең ризалығы кәрәк. Ә 15 йәште үткән һәм вакцина эшләтергә теләгәндәр үҙҙәре ризалыҡ ҡағыҙын яҙа ала”, – тип белдерҙе.
Әйткәндәй, Францияла коронавирус менән ауырыусы балаларҙың һаны кинәт күтәрелгән. Илдең мәғариф министры Жан-Мишель Бланке әйтеүенсә, 6 меңдән ашыу мәктәп класы карантинға ябылған. Унда ла балаларҙы вакцинациялау тураһында уйлана башлағандар.
Фото: https://yandex.ru/