+14 °С
Облачно
БР Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, балалар баҡсаларындағы Яңы йыл иртәлектәренә коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеү йәки сирҙе үткәреү тураһындағы QR-коды булған ата-әсәләр генә индереләсәк.
Балалар баҡсаларында яңы йыл саралары һәр төркөм өсөн айырым уҙғарыла. Барлыҡ санитар талаптарҙы үтәү мотлаҡ. Шулай уҡ байрамға килгән һәр кемдең температураһын үлсәргә, тәнәфестә бүлмәне елләтеп торорға кәңәш ителә.
Аниматорҙарға, артистарға, фотографтарға һәм башҡа сит кешеләргә байрамда ҡатнашырға рөхсәт ителмәй.
Фото: yandex.ru