Һаҡмар
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
14 Ноября 2021, 09:10

Йәшһең, йүнәлерһең, тигәйнеләр ҙә...

Врачтың һүҙҙәрен ошолай аңланым: коронавирус арҡаһында мейегә ҡан һикергән һәм шуның арҡаһында шеш барлыҡҡа килгән...

Добавить в предпочтительные источники Google

“Мин ковид госпиталендә лә ятманым. Коронавирус менән ауырып киткәс терапевт: “Һеҙгә әле 26 ғына йәш, барыһы ла тиҙ үтер”,-тине. Ысынлап та шулай булып сыҡты. Өйҙә ятып, дарыуҙар ҙа эсмәй һауығып, эшкә сыҡтым. Элеккесә тренажер залына, фитнесҡа йөрөүемде дауам иттем. Ике ай үткәс, ҡапыл башым әйләнә башланы. Күҙ алдымда ниндәйҙер томан барлыҡҡа килде. Яҡшылап йөрөй ҙә алмай башланым. Терапевт гемоглобиным түбәнәйгәндер тип фаразланы. Тик анализдар яҡшы булып сыҡты. Табип тынысланырға, күберәк саф һауала йөрөргә ҡушты. Һуң тышта йөрөр хәлем булһа, дауаханаға барып тораммы? Икенсе табипҡа барҙым, унан өсөнсөһөнә... Витаминлы система ҡуя башланылар. Тик хәҙер инде йоҡом да насарайҙы. Бер ҡосаҡ анализдарым менән һәм МРТ үтеп тағы бер табипҡа күрендем. Һәм ул минең башымда киста барлыҡҡа килгәнен әйтте. “Бындай кисталар һуғылғанда йәки вирус кисергәндә була”,-тине. Шулай итеп, коронавирустың “бүләге” мейеләге шеш булды. Врачтың һүҙҙәрен ошолай аңланым: коронавирус арҡаһында мейегә ҡан һикергән һәм шуның арҡаһында шеш барлыҡҡа килгән. Һөҙөмтәлә баш һөйәге эсендә юғары баҫым барлыҡҡа килгән. Хәҙер дауаланам. Хәлем бик үк яҡшырып бөтмәһә лә, бынан алдағы ҡурҡыныс көн һәм төндәр һымаҡ түгел. Ни өсөн коронавирус миңә улай ныҡ тәьҫир итте икән? Бәлки, өйҙә дарыуҙар эсмәй, үҙем һауыҡҡанғалыр? Быға тиклем баш ауыртыуҙың да нимә икәнен белмәй инем бит”.

Автор:Гузель Салихова