Пандемия
13 Ноября 2021, 06:00

Насар еҫтәрҙе генә һиҙәм

Аҡса йыйып, түләүле клиникаға барып ятырғамы әллә имселәргә йөрөргәме тип аптыранам...

Мин коронавирус менән ярты йыл элек ауырығайным. Еңел үткәрҙем: юғары булмаған температура, әҙ-мәҙ йүткереү, тамаҡ ауыртыуы. Иң һөйөндөргәне больничный һәм һуңынан ике аҙнаға үҙизоляцияға ебәрелеүем булғайны. Йәнәһе, ял итәм. Хатта: “Ябай киҙеү ауырыуын коронавирус тип алдайҙар түгелме?”-тип уйлап ҡуйғайным. Гонаһлы уй булған! Коронавирус менән ауырығандар һуңынан ауырыуҙың эҙемтәһен кисереүе бар, тип табиптар иҫкәртте, әммә мин ҡолағыма ла элмәнем. Ошо ярты йыл самаһы үткәс, тәүҙә аяҡтарыма ток менән һуҡтырған кеүек тертләй башланым. Был хәл йоҡлағанда булып, ауыртыуҙан һәм ҡурҡыуҙан ҡурҡып уяна башланым. Артабан яман еҫ менән ныҡ итеп тирләй башланым. Һәм ҡапыл еҫ һиҙеүҙән туҡтаным. Бер аҙна – ун көн самаһы шулай булды ла, кире еҫ һиҙә башланым. Тик икенсе төрлө итеп. Һәр бешкән ризыҡтан һаҫыҡ еҫ тоям. Ҡыяр, һуған еҫтәрен бөтөнләй күтәрә алмайым. Аяҡты ток менән һуҡтырыу тойғоһонан, бер нәмә лә ашай алмауҙан, үҙемдән һәм ризыҡтан тик алама еҫ тойоуҙан аҡылдан яҙыр сиккә еттем.

Тағы ла КТ үтеп, ПЦР анализын да бирҙем. Барыһы ла һәйбәт, үпкәләр таҙа. Үҙем менән булған мәхшәрҙән ҡотолоу өсөн Магнитогорск ҡалаһына түләүле клиникаға киттем. Табиптың: “Коронавирус бьет по нейронам мозга”,-тигәне генә хәтерҙә ҡалды. Әллә ниндәй анализдар биреп, тейешле дауаланыуҙы алғас, ике аҙна рәхәтләнеп йәшәп ҡалдым. Хәҙер тағы ла башланды: тирләйем, алама еҫтәр генә һиҙәм, башым һәр саҡ ауыр, аяҡтарым менән бергә ҡабырғаларыма ла ток менән һуҡҡан кеүек. Аҡса йыйып, түләүле клиникаға барып ятырғамы әллә имселәргә йөрөргәме тип аптыранам. Эш ҡайғыһы ла, йәшәү рәхәте лә юҡ, ошо ауыртыу-һыҙланыуҙарымды уйлап тик йөрөйөм”.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас