“Июндә коронавирус менән ятып сыҡтым. Барыһы ла яҡшы үтеп китте. Тиҙҙән саф һауаға сыға башланым. Көндәрҙең эҫеһе бөткәс, элеккесә йүгерә башланым. Барыһы ла яҡшы ине. Әммә ҡапыл эсем ныҡ итеп ауырта башланы. Унан һыҙланыу бар тәнде баҫып алды. Врач ниндәйҙер тынысландырған дарыуҙар яҙҙы. Хәлем яҡшырған кеүек булды. Улым мәктәптән ауырып ҡайтты. Уға педиатр ОРЗ тине. Әммә уның ауырыуы миңә лә йоҡто һәм мин үҙемде бик ауыр тоя башланым. Тағы ПЦР тест бирҙем. Ковид юҡ тинеләр. Ышанмай КТ-ға барҙым. Уныһы ла һәйбәт. Әммә минең хәлем бер ҙә яҡшырманы. Ә бер төн ҡысҡырып илай башланым. Туҡтай алмай әллә нисәмә сәғәт иланым. Күңелдә бушлыҡ, хатта йәшәге килмәй. Әммә ғаиләм, балаларымдың барлығын уйлап, ҡара уйҙарымдан ҡурҡып китәм. Эйе, коронавирустан дауалап сығаралар, әммә уның ниндәйҙер бер ҡурҡыныс нәмәһе тәндәме, йәндәме тороп ҡала ла, артабан ыҙалатыуын дауам итә бит. Бөтә донъя ошо ковидтан тере ҡалыу тураһында ғына уйлай. Ә артабан да кешеләрҙе нисектер һаҡларға кәрәк бит. Белмәйем... Зиһенем дә, уйҙарым да шулай буталып тик тора”.