“Мин бала саҡтан илаҡ булдым. Ә коронавирус менән ауырығандан һуң бөтөнләй мыжыҡҡа әйләндем. Һәр нәмәгә күҙ йәштәре түгәм, ярһып китәм, һауыт-һабаны ярып бөтәм. Сәсем услап ҡойола. Эшкә сыҡтым, әммә эшләгем килмәй. Өй эштәрен дә башҡара алмайым. Күңелем болғана, ҡан баҫымы берсә күтәрелә, берсә төшә. Иҙәнгә ҡараһам, ул шыуып-шыуып киткән кеүек тойола. Антиесемдәргә анализ тапшырҙым. Улары күп. Госпиталдән дә һауығып сыҡтым. Әммә күңел төшөнкөлөгө, хәлһеҙлек бер ҙә ебәрмәй. Рулгә ултырыуы ауыр була башланы. Ҡапыл кемгәлер барып төкөрмөн кеүек. Ҡайҙа һәм нимәгә китеп барғанымды онотам да ҡуям. Ә пассажир урынында бөтөнләй йөрөй алмайым. Бер-ике метр ҙа үтеп өлгөрмәйбеҙ, уҡшый башлайым. Табиптар: “Түҙ, был ковидтың эҙемтәһе. Үтә ул”,-тип тынысландыралар. Тик ҡасан үтер? Мин бит йүнләп эшләй ҙә алмайым. Етәкселектең дә шуның өсөн ҡырын-мырын ҡарағанын тоя башланым. Ә эшһеҙ ҡала алмайым – кредиттарҙы түләргә, балаларҙы уҡытырға кәрәк”.