Орлоҡтарҙы сәсеүгә әҙерләү өсөн беҙҙең өләсәйҙәр ҡулланған ысулды ҡулланырға була. Бер стакан һыуҙа 1 сәй ҡалағы тоҙ һалып бутап, орлоҡтарҙы һалырға. 10 минутҡа ҡуйып торорға. Өҫтөнә йөҙөп сыҡҡан буш һәм кипкән орлоҡтарҙы алып ташларға. Төбөнә ултырған орлоҡтарҙы таҙа һыу менән сайҡатырға ла, әҙерәк киптереп алып, ултыртырға мөмкин.
Йыш ҡына орлоҡтарҙа төрлө ауырыуҙар була. Шуға күрә уларҙан ҡотолоу сараһын да күрергә кәрәк. Иң ябай һәм эффектив ысул – орлоҡтарҙы эҫе һыуҙа тотоп алыу. Бының өсөн орлоҡто сепрәк моҡсайға һалырға һәм 20 минутҡа эҫе һыуға (50С) тығырға кәрәк. Артабан уларҙы 3 минут һыуыҡ һыуҙа тотоп алырға.
Шулай уҡ орлоҡтарҙы марганцовкала 20 минут тотоп алырға була. Бының өсөн ярты стакан һыуға 1 грамм марганцовка алына. Тик орлоҡтарҙы был ысул менән эшкәрткәндән һуң, уларҙы мотлаҡ ағып торған һыу аҫтында тотоп алырға кәрәк.