+21 °С
Болотло
Космонавт Иван Вагнер космос киңлектәрендә булғанда, Башҡортостан Республикаһының Белорет районының тауҙарын фотоға төшөрөп алған булған. Ул үҙенең социаль селтәрендә был хаҡта шулай тип яҙа: “Фотола Көньяҡ Урал тауҙары төшөрөлгән. Дөрөҫөрәге, Башҡортостандың Белорет районында урынлашҡан Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе – Ямантау. Уның бейеклеге – 1656 метр”.
Ғорур баҫып торған ҡая космос киңлектәрендә лә шундай мөһабәт күренә. Матур һәм хозур тәбиғәтебеҙ менән ғорурланабыҙ. Уларҙы һаҡлайыҡ һәм ҡҙерләйек.