Рәсәйҙә коронавирустан дарыу уйлап табыу өҫтәндә етди эш алып барыла. Фәндәр академияһы белгестәре өс препаратҡа һынау үткәрә. Ул инфекцияны дауалауҙа ҡулланылыуы ихтимал. Федераль медик-биология агентлығы етәксеһе Вероника Скворцова әйтеүенсә, вакцина йыл аҙағына әҙер булырға тейеш.
Рәсәйҙә 1 мең ярымдан ашыу кеше коронавирус йоҡторған, 64 пациент һауыҡҡан, 9-ы үлгән. Башҡортостанда 5 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған.
https://bash.news/bash/news/120040-reseyze-koronavirustan-daryu-uylap-tabyla