Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Пандемия
14 Март 2020, 17:15

Ҡыр ҡаҙҙары

Ишбирҙе ҡыҙы - Йомаш килене Сәлимә Барлыбаева - Иҫәндәүләтованың ижады. Офоҡ ярып ҡыр ҡаҙҙары ҡайтты, Ҡанаттарын елпеп, талпынып. Ел-дауыллы, оҙон юлдар үтеп Төйәкләнер ерен һағынып. (Дауамы беҙҙең сайтта)

Ҡыр ҡаҙҙары

Офоҡ ярып ҡыр ҡаҙҙары ҡайтты,

Ҡанаттарын елпеп, талпынып.

Ел-дауыллы, оҙон юлдар үтеп

Төйәкләнер ерен һағынып.

 

Асырғанып ҡысҡыраһым килде

"Ҡыйғаҡ" лаған ҡаҙҙар артынан.

Күңел өшөп, ҡалтыранып киттем

Ыжғыр елле, яҙғы һалҡындан.

 

"Ҡыр ҡаҙҙары ниңә ашыҡтығыҙ,

Ҡыш һалҡыны әле бөтмәгән?!

Ап-аҡ ҡарҙан ҡара ер әрселеп,

Күк үлән дә морон төртмәгән?!»

 

Ҡаңғылдашып яуап бирҙе ҡаҙҙар:

"Беҙҙе ҡурсыр тыуған еребеҙ.

Сит ерҙәрҙә әсе һағыш менән

Үтте беҙҙең һәр бер көнөбөҙ.

 

Тыуған ер тип йылда талпынышып

Мең-мең саҡрым ер-һыу үтәбеҙ.

Яҙын ҡайтып оя ҡорабыҙҙа

Һары көҙҙә тағы китәбеҙ..."

(автор Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова)

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас