Ғәҙәти булмаған ҡышҡы һауа торошо күптәрҙе ғәжәпләндерә башланы. Ҡайҙалыр умырзая сәскә атҡан, кемдеңдер ҡаҙҙары йомортҡа һала икән... Ысынмы, бушмы, былар, белмәйбеҙ. Әммә әленән-әле шундай яңылыҡтар ишетелә. Әле бына килеп тағы ла бер хәбәр: ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, талпандарҙың да уяныуы ихтимал икән дә баһа! "Роспотребнадзор"ҙың дезинфектология фәнни-тикшеренеү институты ғилми хеҙмәткәре Наталья Шашинаның белдереүенсә, илдең бер нисә төбәгендә талпандарҙың килеп сығыуы бар. Быға һауа торошоноң йылы тороуы сәбәпсе. Уларға уянырға 8-10 градус йылылыҡ та етә икән. Эйе, талпандарҙың күпләп күренеүе күҙәтелмәҫ, тик һаҡ булыу ҙа ҡамасау итмәҫ. Шунлыҡтан урманға барғанда һаҡланыу сараларын күҙәтеү мотлаҡ.