Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
20 Января 2020, 09:40

Таблеткалар ашап... ағыуланған!

Баймаҡ эске-эштәр бүлегенең дежур хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уҙған аҙнала районда 120 хәл-ваҡиға теркәлгән, шуның 5-һе криминаль характерға эйә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. #национальныепроекты;

Баймаҡ эске-эштәр бүлегенең дежур хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уҙған аҙнала районда 120 хәл-ваҡиға теркәлгән, шуның 5-һе криминаль характерға эйә. Улар араһында кеше туҡмау, урлыҡ осраҡтары ла бар. Баймаҡ ҡалаһынан 2002 йылғы бер ҡыҙ таблеткалар ашап, үҙ-үҙен юҡ итергә маташҡанда, ҡотҡарып ҡалына. 5 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 107 осраҡ теркәлгән, 5 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 4 водитель тотолған.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас