Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Пандемия
31 Декабрь 2019, 04:20

Ауылға иғтибар арта

Киләһе йылдан республикала “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы эшләй башлаясаҡ.

 Республикала Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы 5 йыл дауамында уңышлы тормошҡа ашырыла. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 мең 600-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән, 18 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөп файҙаланыуға тапшырылған, 260 километрҙа – газ һәм 550 километр оҙонлоҡта һыу торбалары һалынған, спорт һәм балалар майҙансыҡтары сафҡа индерелгән.

Киләһе йылдан республикала “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы эшләй башлаясаҡ. Тимәк, урындарҙа тағы ла береһенән-береһе мөһимерәк эштәр башҡарыласаҡ, тигән өмөт бар.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас