Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Пандемия
23 Декабрь 2019, 07:22

Киләһе йылда коммуналь тарифтар арта

Башҡортостанда киләһе йылда коммуналь тарифтарҙың күпмегә артыуы билдәле булды. Республика хөкүмәте раҫлаған документҡа ярашлы, икенсе кварталда күпселек хеҙмәттәр өсөн хаҡ күтәрелеүе көтөлә. Сүп-сар сығарыу һәм электр энергияһы өсөн түләү 1 ғинуарҙан ҡиммәтләнә. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан  

Башҡортостанда киләһе йылда коммуналь тарифтарҙың күпмегә артыуы билдәле булды. Республика хөкүмәте раҫлаған документҡа ярашлы, икенсе кварталда күпселек хеҙмәттәр өсөн хаҡ күтәрелеүе көтөлә. Сүп-сар сығарыу һәм электр энергияһы өсөн түләү 1 ғинуарҙан ҡиммәтләнә.

1 июлдән иһә тарифтар уртаса 5,6 процентҡа артасаҡ. Төрлө ҡала һәм райондарҙа түләү төрлөсә була.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте өсөн түләү компенсацияһы хаҡы ла үҙгәрә.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте өсөн компенсация түләүе лә үҙгәреш кисерә. Ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында хупланды. Шулай итеп, 2020 йылдың 1 июленән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләгәндән һуң уны өлөшләтә кире ҡайтарыусы социаль категория граждандары был аҡсаны билдәләнгән тариф буйынса түгел, ә факт буйынса компенсация аласаҡ.

https://bash.news/news/112737_kommunal_tariftar_arta?lang=bash

https://bash.news/news/112555_torlakommunal_xuzhaly_xemte_sn_tl_kompensaciyay_xay_gr?lang=bash

 

Автор:
Читайте нас