Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
5 Апрель , 10:35

Темәстәрҙең буҙаһы - иң тәмлеһе

Улар был эсемлекте нисек эшләй һуң?

Темәстәрҙең буҙаһы - иң тәмлеһе
Темәстәрҙең буҙаһы - иң тәмлеһе

Буҙа – халҡыбыҙҙа борон-борондан билдәле булған шифалы, туҡлыҡлы эсемлек. Ул шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, онталған һолонан әҙерләнгән. Күбекләнеп торһон өсөн малдың эс майын йәки аҡ май ҡушҡандар.

Буҙа ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Витамин һәм минералдарға бай .

Буҙа менән һыйлау – ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған. Темәс ауылы ағинәйҙәре ,тарихи-мәҙәни үҙәк менән берлектә буҙа эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Буҙаны, ғәҙәттә, ҡышҡы-яҙғы айҙарҙа, организм витаминға сарсағанда, әҙерләү бигерәк тә яҡшы.

Шуға күрә ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ, уның буйынса буҙа мәшәҡәтһеҙ генә эшләнә. биш литр һыуға 400 грамм һоло онон (геркулесты кофемолка аша үткәреп) һалабыҙ. Талғын ғына утта болғай-болғай 45 минут ҡайнатып, бүлмә температураһына тиклем һыуытабыҙ. Артабан 200 грамм шәкәр ҡомо, әсетке өсөн 0,5 литр ҡымыҙ ҡушабыҙ. Теләк буйынса бер аш ҡалағы аҡ май өҫтәргә лә була. Буҙаның төйөрҙәре ҡалмаһын өсөн яҡшылап болғатабыҙ ҙа әсетергә ултыртабыҙ. Әҙер эсемлекте һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Тиҙ генә эшләнгән был буҙа бик тәмле килеп сыға.

Миңзәлә Әүәлбаева.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: