Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
26 Март , 19:10

Ике айҙа Башҡортостан халҡы аферистарға 700 миллион һум самаһы аҡса күсергән

2022 йылда бындай мутлашыу төрөнән дөйөм зыян 1 миллиард һум тәшкил итте, 2023 йылда — 3,1 миллиард, 2024 йылда — 4,5 миллиард һум самаһы...

Быйыл ике айҙа Башҡортостан халҡы мутлашыусыларға 700 миллион һум самаһы аҡсаһын биргән. Был хаҡта журналистар менән осрашыуҙа БР буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт-коммуникация технологияларын законһыҙ ҡулланыуға ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы урынбаҫары Азат Тимерйәнов хәбәр итте.

"Һуңғы йылдарҙа IT-енәйәттәр буйынса хәл теркәлгән осраҡтарҙың арта. Уларҙың яртыһы тиерлек-дистанцион мутлашыу. Былтыр улар 10 меңдән ашыу ине, быйыл ғинуар-февраль айҙарында 10,5 меңдән ашыу ине. Бындай енәйәттәр һаны артасаҡ тип күҙаллайбыҙ. 2022 йылда бындай мутлашыу төрөнән дөйөм зыян 1 миллиард һум тәшкил итте, 2023 йылда — 3,1 миллиард, 2024 йылда — 4,5 миллиард һум самаһы. Быйыл ғинуар — февраль айҙарында-700 миллион һум самаһы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был иҡтисади яҡтан әүҙем айҙар түгел, ә ғинуарҙың яртыһы тиерлек һәм аферистар ҙа ял иткән осор. Ағымдағы хәлдә быйыл йыл аҙағына 2024 йыл күрһәткестәренән артып китәсәкбеҙ", - тип хәбәр итте БР буйынса Эске эштәр министрлығы вәкиле.

Азат Тимерйәнов һүҙҙәренсә, халыҡ менән профилактик эш беренсе урынға сыға. Сөнки бындай енәйәттәрҙе асыҡлауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: