Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
26 Март , 16:35

Иң эҫе йәй булыуы бар

Беҙҙе ҡоролоҡ көтәме?

Иң эҫе йәй булыуы бар
Иң эҫе йәй булыуы бар

2025 йылдың йәйе тарихта иң эҫеһе булыуы ихтимал, тотош йыл иң йылы биш йыл иҫәбенә инеүе мөмкин. Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд ТАСС-ҡа биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе.

Был парник газдары концентрацияһының артыуы йоғонтоһонда һуңғы йылдарҙың йылыраҡ була барыуы менән бәйле, тип билдәләне эксперт. Уның һүҙҙәренсә, әлегә был процесты тотороҡландырып булмай. Бынан тыш, океан температураһы бик юғары булып ҡала, уның өҫкө ҡатламы ныҡ йылынған.

«Был атмосфера торошона ла йоғонто яһай: океандарҙан килгән йылы һауа температураһын күтәреүгә булышлыҡ итә», — тине Вильфанд.

2025 йыл иң йылы йылдар араһында ниндәй урын алырын йылдың икенсе яртыһында ғына аныҡ әйтергә мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: