Өфөлә ушу-саньда буйынса республика чемпионаты һәм беренселеге үтте. Ярыштарҙа төрлө ҡалаларҙан һәм райондарҙан спортсылар, бөтәһе 12 команда ҡатнашты. Ярыштарҙа «Барс Баймаҡ» спорт клубы спортсылары уңышлы ҡатнашты. Командала яңы килеүселәр күп булыуға ҡарамаҫтан, ул бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Команда бөтәһе 12 беренсе, 6 икенсе һәм 6 өсөнсө урын яуланы. Команда зачетында беренсе урынды яулау өсөн бер мәрәй генә етмәне.
1 -се урын Хәмзин Аслан, Мәжитов Байрас, Мөфтәхетдинов Илдус, Иҫәнгилдин Арыҫлан, Логинова Арина, Атанбаев Рифат, Ишдәүләтов Кәрим, Баклеева Таисия, Ғарипов Арыҫлан, Алғушаев Айҙар, Исмәғилев Арсен, Рәхмәтуллин Искәндәр; 2-се урын - Солтанғолов Илнур, Ғәлин Ильяс, Сафин Шамил, Маврин Артем, Йәнбирҙин Илгиз, Шәрипов Эмиль.
Хәмзин Аслан, Кәрим Ишдәүләтов, Айҙар Алгушаев ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште.
Билдәле тренер Ризван Гаджиевтың юлын лайыҡлы дауам иткән Лейла Гаджиеваға артабан да уңыштар, ҙур-ҙур еңеүҙәр теләйем!