Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
23 Март , 09:45

Картуфтан дауа әҙерләү мәле

Быуындар һыҙлауынан, нервы күҙәнәктәре менән бәйле ауырыуҙарға ярҙам итә...

Картуфтан дауа әҙерләү мәле
Картуфтан дауа әҙерләү мәле

Шытҡан картуф төнәтмәһе

Быяла банкаға ярты литр араҡы ҡойоп, картуф шытыҡтарын тултырығыҙ. Бынан һуң банканың ҡапҡасын нығытып ҡуйығыҙ ҙа ҡараңғы урынға ултыртығыҙ. унда 15-20 градустан да йылыраҡ булмаһын. Бер аҙнанан төнәтмә әҙер була. Араҡы урынына самогон ҡулланырға ла ярай.

Уның составына ингән майҙар өҫтәмә ҡыҙҙырыу эффектын бирә. Бар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп әҙерләгәндә, бер аҙнанан төнәтмә әҙер була. Был төнәтмә нервы күҙәнәктәре менән бәйле сирҙәргә ярҙам итә. Мәҫәлән, сәнсеп-сәнсеп бил ауыртҡанда. Йәки тубыҡтарығыҙ. Был төнәтмәне һыҙлаған урынға һөртөп, йылы шәл кеүек әйбер менән төрөп ҡуйығыҙ. бер нисә минуттан һыҙланыуығыҙ баҫылып ҡалыр.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: