+2 °С
Болотло
62 йәштәге ир Баймаҡ дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Ул дауаханаға ҡатыны менән килә. Ул урманда айыу һөжүм иткәнен әйтә. Ирҙе хирург, реаниматолог, невролог, окулист ҡарай. Өфө табиптары менән телемедицина консультацияһы үткәрелә.
Ирҙе Өфө дауаханаһына күсереү хәл ителә.
Яҡташыбыҙҙың һауығыуын теләйбеҙ.
Урмандарҙа һаҡ булығыҙ! Көн йылы булғас айыуҙар иртә уянды. Ҡыштан һуң улар ас булыуын онотмағыҙ.