0 °С
Болотло
Дүрт тиҫтә ғүмерен мәҙәниәткә бағышлаған Нурия ханым был өлкәлә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Ул үҙенең эшен шул тиклем яратып башҡара. Эш һөҙөмтәләре лә шәп. Мәҙәниәт йорто янында эшләгән, халыҡ театры исемен алған "Һаҡмар" халыҡ театры, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ансамблдәре... Бынан тыш был мәҙәниәт йортонда һәр сара ла гөрләп үтә, сағыулығы менән иҫтә ҡала.
Нурия Ғатауллинаны мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина, халыҡ ижады үҙәге директоры Зилә Мортазина, коллегалары, ауылдаштары, туғандары, яҡындары бар күңелдән тәбрикләне. Кисәне бик сағыу итеп Ләйсән Солтанғолова алып барҙы.
Йыр-моңға, ҡотлауҙарға үрелеп барған кисә нурлы һәм йылы булыуы менән айырылды.