Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, МХО- ла ҡатнашып батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Хәсәнов Фаяз Мулләхмәт улының иҫтәлегенә "Йомро баштар уйыны-Шашка" тигән ярышы үтте.
Батыр егеттең әсәһе, туғандары, яҡындары, ауылдаштар, балалар ҡатнашты сарала. Ҡыҙғанысҡа күрә һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Ауылыбыҙҙың батырҙарса һәләк булған егеттәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү, уларҙы иҫтә тотоу маҡсатында үткәрелә беҙҙең был саралар. Беҙ МХО-ла ҡатнашҡан ауылыбыҙ егеттәрен хөрмәт итергә, уларҙың батырлыҡтары хаҡында һөйләргә, йәш быуынға еткерергә, аңлатырға тейешбеҙ.
Шашка ярышыла ошо маҡсатта үткәрелде. Уйында ҡатнашып Өлкәндәр араһында 1-се урын - Самат Мөхәмәт улы Муртайляков (отпариватель) 2-се урын - Өлфәт Рәфҡәт улы Ямантаев(плед) 3 -сө урын - Камила Хөрмәт ҡыҙы Ямантаева(сәйнүк) яуланы.
Балалар араһында 1-се урын - Ишморатова Яҙгөл Илфат ҡыҙы. (1000 һумлыҡ сертификат) 2-се урын - Һиҙиәтуллин Рәвил Мөнир улы (500 һумлыҡ сертификат) һәм 3-сө урын - Ишморатов Эмиль Илфат улы(волейбол тубы) яуланы.
Шулай уҡ иң әүҙем ҡатнашҡандар Ямантаева Миңзәлә Ғәбит ҡыҙы (стена сәғәте), Утарбаев Илгиз ( сәйнүк) Вәлиева Зөлфиә Авзал ҡыҙы( сәғәт) һәм Һиҙиәтуллин Данир Мөнир улына(стена сәғәте) Диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ уйында ҡатнашҡан һәр кем бүләк алып ҡыуанды . Бәйгелә төп спонсор булып батырҙың апаһы Ләйсән Мулләхмәт ҡыҙы Ямантаева, уның тормош иптәше Өлфәт Рәфҡәт улы һәм улы Алтынсура Өлфәт улы, батырҙың әсәһе Флүрә еңгәй Хәсәнова булды. Синыфташы Раушания Хатип ҡыҙы Рәхимова, Гөләйфә Ғәбит ҡыҙы Салауатова, Мөнирә Әбделхәй ҡыҙы Хәсәнова, Камила Хөрмәт ҡыҙы Ямантаева, мәҙәниәт йорто һәм ауыл хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтте, шулай уҡ батыр йәшәгән округ исеменән уйында ҡатнашҡан балаларға өҫтәмә бүләктәр һәм батыр егеттең әсәһенә сәскәләр гөлләмәһе тапшырып киттеләр. Ил яҙмышы ирҙәр иңендә.
Һуғыш — ҡот осҡос нәмә. Аллаһы Тәғәлә беҙгә, балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә һәм бүләләребеҙгә уны күрһәтмәһен, ерҙә тыныслыҡ булһын. Ир-егеттәр имен-һау ҡайтһын!
Айһылыу Дауытбаева, мәҙәниәт йорто етәксеһе.