+2 °С
Болотло
Алдағы өс көндә Башҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ, көслө ел фаразлана.
Бөгөн әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, +6°.
Шәмбе урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, төньяҡтан айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, көндөҙ 0, +5°.
Йәкшәмбе төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8°, аяҙытҡанда -13° тиклем, көндөҙ +1, +6°.