+10 °С
Ясна
Алдағы өс көндә Башҡортостанда әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, +6° була.
Йома һәм шәмбе урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, -7°, аяҙытҡанда -12°, көндөҙ 0, +5°.